Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2025, 06:30

Изге йомабыҙ мөбәрәк булһын!

Бер ҡасан да тормошоғоҙға зарланмағыҙ! "Һин ауыр тормошто күргәнең юҡ әле", - тип Аллаһы Тәғәлә күпкә ауырыраҡты ебәрәсәк.

Изге йомабыҙ мөбәрәк булһын!
Изге йомабыҙ мөбәрәк булһын!

Аллаһы Тәғәлә ниндәй генә ауырлыҡ,һынау бирһә лә: "Әлхәмдуллилләһ шөкөр, Аллаға шөкөр",- тип әйтегеҙ. Шул ваҡытта Аллаһы Тәғәлә: "Һин һәйбәт тормошто күргәнең юҡ әле", - тип, тағы ла һәйбәтерәген бирәсәк ин шә Аллаһ🤲.

✅Ҡылған доғаларыбыҙ, изге уй-ниәттәребеҙ ҡабул булһын!  Раббыбыҙ  изге ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул итеп, әжер-сауаптарын насип итһен. Һәр беребеҙгә хәйерле, бәрәкәтле ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, иман байлығы, ике донъя бәхете, күңел тыныслығы бирһен. Донъялар тынысланып, махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙарға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булһын ин шәә Аллаһ 🤲.

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас