Быйыл да унда республикабыҙҙың район-ҡалаларынан уҡыу алдынғылары, төрлө конкурс-олимпиада, конференция, спорт ярыштары еңеүселәре, призёрҙары, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың, унда һәләк булған яугирҙарҙың, күп балалы ғаиләләрҙең балалары саҡырылғайны. Барлығы меңгә яҡын балаға республикабыҙҙың төп шыршы байрамын күреү бәхете тейҙе.
Алина Бикәнәсова Шишмә районының Алкин ауылынан биш йәшлек улы Алмаз менән килгәйне.
– Ирем 13 йыл контракт буйынса хеҙмәт итә, өлкән сержант. Ул – беренсе көнөнән үк махсус хәрби операцияла йөрөй, Суворов миҙалы менән бүләкләнде. Тормош иптәшемдең Яңы йылға ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ.
Бергәләп дүрт бала – Ләйсән, Илгиз, Илназ, Алмазды тәрбиәләйбеҙ. Бөгөн Шыршы байрамына «Әкиәт» балалар баҡсаһына йөрөгән улым менән килдек. Шундай ҙур байрамға саҡырыуҙарына ҙур рәхмәт, бик шатбыҙ, – ти Алина.
Асҡын районынан байрамды күрергә дүрт бала килгәйне. Улар – Асҡын ауылының 1-се мәктәбенән Яҙгөл Абрарова, Ҡышлауйылға мәктәбенән Дамира Әхмәтғәлиева, Яубүләк мәктәбенән Рәсүл Сысолетин, Асҡын ауылының 2-се мәктәбенән Родион Ситдиҡов. Етәкселәре әйтеүенсә, алып килгән балалар араһында атайҙары махсус хәрби операцияла йөрөгәндәр ҙә, уңыштары менән ҡыуандырған һәләтле балалар ҙа бар. Мәҫәлән, VI класта уҡыусы Яҙгөлдөң ҡатнашмаған конкурсы юҡ, һәр ерҙә лә әүҙем. Етмәһә, үҙе уҡыуҙа ла алдынғы, «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Ҡыҙ «Сулпылар» республика телевизион конкурсында еңеүсе лә булған.
– Бишбүләк районында «Йәшлек»те бер үҙем генә алдырамдыр ул, бер ҙә яҙылмай ҡалғаным юҡ, – ти Бишбүләк районының Ҡушйылға мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Ғәзизова. Ул райондан төп шыршы байрамына дүрт уҡыусыны алып килгән.
– Балаларға ла, уларҙы алып килеүселәргә бай йөкмәткеле программа әҙерләнгән. Малайҙар матур тамаша ҡарап ҡыуанды, беҙгә оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде, – ти Бөрйән районы районынан балаларҙы алып килеүсе Зарима Дәүләтҡужина.
Шыршы байрамына килеүселәр Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, төрлө йәнһүрәт геройы менән бергәләп шыршы янында әйлән-бәйлән әйләнеп, «Уйынсыҡтар илендә Яңы йыл» тигән әкиәт-тамашаһын ҡарап та ҡыуанды. Уларға ҡайтыр алдынан Башҡортостан Башлығының бүләктәре лә таратылды.
АВТОР фотолары.