Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабря 2025, 11:44

Башҡортостан халыҡтары телдәре буйынса комиссияның ултырышы үтте

Бөгөн Өфөлә «Торатау» конгресс-холында «БР халыҡтары телдәре тураһында»ғы республика ҡанунын тормошҡа ашырыу буйынса БР Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссия ултырышы булды.

Башҡортостан халыҡтары телдәре буйынса комиссияның ултырышы үттеБашҡортостан халыҡтары телдәре буйынса комиссияның ултырышы үтте
Башҡортостан халыҡтары телдәре буйынса комиссияның ултырышы үтте

Был сарала БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Айбулат Хажин, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина һәм башҡалар ҡатнашты.

Ултырышта «Башҡортостан республикаһының иң грамоталы муниципалитеты» конкурсының еңеүселәре һәм призерҙарын бүләкләнеләр. Улар – Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалалары, Салауат районы һәм Өфө ҡалаһының Совет районы.

Фото: авторҙан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас