Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2025, 08:30

Байрамға 573 боҙ ҡаласығы әҙер буласаҡ

Башҡортостанда Яңы йылға әҙерлек ҡыҙа – 573 боҙ ҡаласығы төҙөлгән. 20 районда һәм ҡалала улар асылған да инде, тағы ла 22-ндә асыу тантанаһы үтәсәк. Бының турала бөгөнгө оператив кәңәшмәлә төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итте.

Байрамға 573 боҙ ҡаласығы әҙер буласаҡБайрамға 573 боҙ ҡаласығы әҙер буласаҡ
Байрамға 573 боҙ ҡаласығы әҙер буласаҡ

  Өфөлә 18 байрам майҙансығы әҙерләнде, уларҙың икәүһе – Ленин исемендәге майҙанда һәм «Торатау» конгресс-холы янындағы майҙансыҡта урынлашҡан.  

Ирина Голованова, һауа торошо арҡаһында ҡайһы бер район-ҡалаларҙа боҙ фигураларын һәм ҡоймаларҙы ҡуйыу оҙаҡҡа һуҙылды, эш дауам итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.  

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас