Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабря 2025, 09:30

Ҡарҙан таҙартыу көсәйәсәк

Ысын ҡыш етеү менән Башҡортостанда йәшәүселәр ҡарҙан таҙартыу сифатына зарлана башланы. Был хаҡта хөкүмәттең ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәһендә БР Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Ҡарҙан таҙартыу көсәйәсәкҠарҙан таҙартыу көсәйәсәк
Ҡарҙан таҙартыу көсәйәсәк

Ул торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына эште көсәйтергә ҡушты.

"Мин эште көсәйтеүҙе һорайым, бигерәк тә Яңы йыл байрамдарында. Халыҡтан бик күп мөрәжәғәт килә. Уларға яуап бирергә һәм, иң мөһиме, был эште ойошторорға кәрәк», – тине төбәк етәксеһе.

ЖКХ министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, дөйөм алғанда Башҡортостан буйынса ихаталарҙы таҙартыуға 1536 берәмек техника һәм 2906 урам һепереүсе йәлеп ителгән. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас