Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2025, 10:07

Рәжәб айында күңелдәребеҙҙе сафландырайыҡ!

Рәжәб айы башланды. Был айҙа беҙ нәфел ураҙалары тотабыҙ, саҙаҡалар бирәбеҙ, күңелдәребеҙҙе сафландырабыҙ. Рәжәб айында тәүбәгә килеү бик сауаплы була. Сөнки һәр кемдең эшләгән гонаһтары бар, уларҙы иҫкә төшөрөп «әстәғфируллаааһ»ты күп әйтеп, гонаһтарыбыҙға тәүбә ҡылырға кәрәк. Тәккәбер кеше генә, минем гонаһ юҡ тип, әйтер. Мосолман ғалимдары әйтеүе буйынса, кем минең гонаһ юҡ тип, үҙ гонаһын иҫкә алмай – ул маҡтансыҡ. Артыҡ маҡтау шайтандан, маҡтаныу ҙа шул иҫәптә, сөнки был нәмә әҙәмде мин-минлеккә килтерә.

Рәжәб айында күңелдәребеҙҙе сафландырайыҡ!
Рәжәб айында күңелдәребеҙҙе сафландырайыҡ!

Рәжәб айында Рәғәиб кисәһе көнө бар. Был кисәлә бәйғәмбәребеҙ Мөхәмәт ғәләйһис-сәләмдең атаһы Ғабдулла ибн (улы) Ғәбделмотталиб менән һөйөклө әсәһе Әминә бинт (ҡыҙы) Үәһбтең никахлашҡан, ҡауышҡан көнө. Был изге айҙың 27-се кисәһендә бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм күккә күтәрелә, Аллаһ Тәғәлә менән осраша. Беҙгә ошо көндө биш ваҡыт намаҙ фарыз була. Шулай уҡ ошо айҙа динебеҙгә һәм мосолмандар тарихына бәйле әһәмиәтле ваҡиғалар күп. Шуға ла мосолмандар был айҙы ҡәҙерләп изге тип һанай.

Был айҙан һуң килгән Шәғбан айы ла — изге. Шунан һуң иң көткән изге Рамаҙан килә. Ошо айҙарҙа беҙ Рамаҙан айына әҙерләнеп барабыҙ. Шуға ла берәү, гонаһын иҫкә төшөрөп, шуға тәүбә итһә, үкенһә һәм яңынан был гонаһты ҡабатламаһа, бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: — «Аллаһ Тәғәлә был хәлде кисерә» — тип әйткән. Шулай булғас ошо изге мәлдәрҙә тәүбәгә килеп, үкенер кәрәк (был ваҡыттарҙа ғына тәүбәгә килергә кәрәк тигән мәғәнәлә аңламағыҙ, был миҙгелдәрҙен сауабы һәм ҡабул булыуы ҙур. Аллаһ Тәғәлә һәр саҡ тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, сөнки ул Ғәфү итеүсе һәм Рәхимле. Йәш саҡтарҙа наҙанлыҡ арҡаһында уҡымай ҡалған намаҙҙарыбыҙҙы, ҡалған ураҙаларыбыҙҙы ла ошо изге миҙгелдәрҙә үтәү хәйерле, сөнки был – Аллаһ Тәғәләнең рәхмәт айҙары, ғәмәлдәребеҙҙең ҡабул ителә торған сағы.

Кем һәр изге айҙын өс көнөн; кесаҙна, йома һәм шәмбе көндәре ураҙа тотһа – уға ике йыллыҡ ғәмәл-ғибәҙәт әжере яҙылыр – тип әйтә Рәсүлебеҙ ғәләйһис-сәләм. Хәҙис-шәрифтәрҙең риүәйәттәрендә ошондай ураҙаға Аллаһ Тәғәлә 700 – 900 йыллыҡ әжерен бирер тип әйтелә.

Рәжәб айының фәзиләттәре

Бәйғәмбәребеҙ әйткән: «Рәжәб – Аллаһ Тәғәлә, Шәғбан — минеке, Рамаҙан -өммәтемдең айы». Әбү Хөрәйрәнән (Аллаһ Тәғәлә унан риза булһын) риүәйәт ителә: «Бәйғәмбәребеҙ әйтте: Кем дә кем Рәжәб айының егерме етенсе көнөндә ураҙа тотһа, Аллаһ Тәғәлә уға алтмыш ай ураҙа сауабын яҙыр».

Бер кеше ошо айҙа 11 көн ураҙа тотһа, Ҡиәмәт көнөндә унан өҫтөнөрәк кеше булмаҫ, тик бары үҙе һымаҡ ошо көндәрҙә ураҙа тотҡан ғына әҙәм, йәки унан артырып ураҙа тотоусы.

Берәй бәндә 12 көн ураҙала булһа, Ҡиәмәттә Аллаһ Тәғәлә уға ике хөллә кейҙерер; уларҙың һәр береһе ошо донъяның һәм унда булған һәр нәмәнән дә хәйерле булыр.

Кем дә кем Рәжәб айында 13 көн ураҙа тотҡан булһа, уға Аллаһ Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә Ғәреш күләгәһен аҫтында табын йәйер һәм ул шунда һыйланып ултырыр, ә башҡа кешеләр хәүеф аҫтында булырҙар. Берәй әҙәм 14 көн ураҙа тотҡан булһа, Аллаһ Тәғәлә ул кешегә күҙе күрмәгән, ҡолағы ишетмәгән, күңел тоймаған һөйөнөс бирер. Берәү ошо айҙа 15 көн ураҙала йөрөһә, күктән уға: гөнаһтарыңдың элеккеләре кисерелде, насарлыҡтарың яҡшылыҡҡа әйләнде. Ҡиәмәт көнөндә именлектә булыр, эргә яғында Аллаһ Тәғәләнен фәрештәләре йәки бәйғәмбәрҙәре булыр һәм әйтерҙәр; Шатлыҡ булһын һиңә, именлектәһең. Ошо айҙын яртыһын ураҙала үткәреүсегә Аллаһ Тәғәлә үҙенен ризалығын бирер, был бәндә һис ғазаб күрмәҫ һәм хисабы еңел булыр. Ошо айҙын 16 көнөн ураҙа тотоусыға тәүгеләрҙән булып Аллаһ Тәғәләнен шәрифен күреүселер һәм һүҙен ишетеүселер.

17 көн ураҙа тотоусыға сират күперенең туҡталышы һайын ял итә торған урындар бирер.

18 көн ураҙа тотоусы Ибраһим ғәләйһис-сәләм сатырында, ошо бәйғәмбәр менән булыр.

19 көн ураҙа ла булыусыға йәннәттә Ибраһим ғәләйһис-сәләм һәм Әҙәм ғәләйһис-сәләм һарайҙары. а уға һарай булыр. Ғәли (Аллаһ Тәғәлә ризалығы уға булһын) сәхәбә әйтте: Рәжәб айының ун өсөнсө көнөндәге тотолған ураҙа, өс мең йыл ураҙа тотҡан кеүек булыр. Ун дүртенсе көнө тотолғаны — ун мең йыл ураҙа кеүек.

Ә егерменсе көнө тотолғаны йөҙ мең йыл ураҙа тотҡан кеүек булыр. Рәжәб айының егерме етенсе көнөндә, Джәбрәил (Аллаһ Тәғәләнең сәләме булһын уға) беренсе тапҡыр Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм янына Рисәлә менән төшә.

Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйтте: «Хөрмәтләгеҙ Рәжәб айын, Аллаһ Тәғәлә һеҙҙе Ҡиәмәт көнөндә мең кәрәмәте менән хөрмәтләр. Ә инде, кем айҙың башында, уртаһында, ахырында ғөсөл алһа, әсәһенән яңы тыуған бала кеүек гонаһтарынан пак булыр». Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйтте: «Әлбиттә, Рәжәб – Аллаһ айы. Кем был ваҡыттарҙа ысын күңелдән һәм Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн өмөтләнеп бер көн ураҙа тотһа, ҡабул булыр». Һәүбән (Аллаһ Тәғәлә ризалығы уға булһын) сәхәбә әйтте: Бер көндө Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм ҡәберстан янынан үтеп барғанда илап ебәрҙе һәм әйтте: "Әй Һәүбән улар ҡәберҙәрендә ғазапланалар. Мин дә Аллаһ Тәғәләнән уларға еңеллек һораным. Әй, Һәүбән, әгәр улар Рәжәб айында бер көн ураҙа тотоп бер төн намаҙ ҡылған булһалар ине, ғазап күрмәҫтәр ине". Мин һораным: «Әй Аллаһ Тәғәләнен Рәсүле, Рәжәб айындағы бер көн ураҙа һәм бер төндәге намаҙ ҡәбер ғаҙабын күтәрерме?» Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйтте: "Әйе. Шундай бер зат менән ант итәм, кемдең ҡөҙрәтендә минең йәнем.

Әгәр бер ир мосолман йәки ҡатын мосолман Рәжәб айында бер көн ураҙа тотоп, бер төн намаҙ ҡылһа, Аллаһ Тәғәлә уға бер йыл буйы ураҙа тотҡан тип һәм бер йыл буйы төндәрен намаҙ ҡылған тип яҙыр".

Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйтте: «Кем Рәжәб айының беренсе биш көнөндә ураҙа тотһа, уның Алла Тәғәлә ҡаршыһында Ожмахҡа керергә хаҡы булыр».

Бер хәҙистә Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: «Кем Рәжәб айында бер көн ураҙа тотһа, мең йыл ураҙа тотҡан кеүек һәм мең ҡол азат иткән кеүек булыр. Кем саҙаҡа (изгелек ҡылһа) бирһә был айҙа, мең динар саҙаҡа биргән кеүек булыр. Һәм Аллаһ Тәғәлә ул кешенең тәнендә булған һәр сәс бөртөгенә меңешәр әжер яҙыр, меңләгән дәрәжәләргә күтәрер, меңләгән гонаһтарын юйыр. Һәм Аллаһ Тәғәлә һәр көн ураҙаһы өсөн һәм һәр биргән саҙаҡаһы өсөн мең хаж һәм мең ғүмрә әжерен яҙып, Әхирәттә ошо бәндәгә меңләгән һарайҙар төҙөр».

Шулай уҡ сабит (раҫланған) хәҙистәрҙә Рәжәб айынын 1-се көнөндә ураҙа тотоусыларға 3 йыллыҡ, 2 -се көнөндә тотоусыларға 2 йыллыҡ, 3 -се көнөндә тотоусыларға 1 йыллыҡ нәфил ураҙаһы сауабы бирелер. Өс көндән һуң, ары тотһаң, һәр бер артыҡ көнгә бер ай ураҙа сауабы бирелер. Әлеге айҙа Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн "Ихлас" сүрәһен күп итеп уҡырға кәрәк. Айырым хөрмәт булһын өсөн һәр көн 11 тапҡыр "Ихлас" шәрифте уҡырға, тәухид, истиғфар һәм салауаты-шәрифәне лә ҡалдырмаҫҡа тырышырға кәрәк. Шулай уҡ һәр көн башында һәм һуңында 7-шәр "Фатиха" менән 100 "Ихлас" сүрәне уҡыу бик сауаплы эш. Ошо айҙың 1-се һәм 10- сы көндәре, 11- се һәм 20 – се һәм 21- се менән 30-сы көндәре араһында бер тапҡыр ҡылынасаҡ ун рәҡәғәт Хәжәт намаҙы бар. Барыһының да ҡылынышы бер үк. Был намаҙҙарҙы аҡшамдан һуң да, йәстүнән һуң да үтәргә була. Йома кисәһе, дүшәмбе кисәләрендә һәм айырым тәхәджүд ваҡытында ҡылыу өҫтөн. Был 30 рәҡәғәтлек намаҙҙы ҡылыусылар һиҙәйәткә ирешерҙәр, тип әйтелә. Аллаһ Тәғәлә әйтә: «Рәжәб айында мин асыуымды бикләп ҡуярмын, рәхмәтем ямғыр кеүек яуыр» — тип. Ошо мөбәрәк айҙарҙа әжер-сауап изге ғәмәл-ғибәҙҙәттәрегеҙгә 100 мәртәбә артыр. Башҡа саҡта өйрәнгән һәм уҡыған Ҡөрьәндең бер хәрефенә — ун сауаб булһа, тимәк изге айҙарҙа өйрәнгән бер хәрефебеҙгә мең сауап яҙылыуы мөмкин, һәм Рамаҙан айында иһә бер хәрефкә ете меңгә ҡәҙәр өҫтәлә. Бына шулай Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтле изге айҙары. Мөхәмәт әйтеүенән Аллаһ Тәғәлә: «Минең Рәжәб айында берәү ураҙа тотоп, намаҙ уҡып, саҙаҡа биреп, йәтимдәрҙе, меҫкендәрҙе, ауырыуҙарҙы һөйөндөрһә – минән нимә һораһа үҙенә бирермен, минән тәүбә һораһа, ғәфү итермен. Әй, әҙәм балаһы, кемдә кем ошо миҙгелдең уртаһында, бер иртәһен ураҙа тотҡан хәлдә, зикерҙән өлөш сығарып, саҙаҡа биргән булһа – уны йәннәт менән бүләкләрмен» — тигән.

Ошо изге Рәжәб, Шәғбан, Рамаҙан айҙарында, яман эштәребеҙҙән һаҡланып, изге эштәрҙе күберәк башҡарһаҡ, Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте беҙгә лә булыр. Телдәребеҙҙе, күңелдәребеҙҙе таҙартып, изге ғәмәлдәрҙә булайыҡ ин шәә Аллаһ 🤲.

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас