

Фатирҙы рәсмилләштерергә документтар кәрәк, ә уларҙы таба алмағандар. Аҡтарған урындары ҡалмаған, инде таба алмаҫбыҙ тип өмөттәре өҙөлгән.
Бер ваҡыт был ҡатын төш күргән. Унда әсәһе төшөнә ингән. "Һеҙ һаман нимә таба алмайһығыҙ?" - тип һорай икән.
"Фатирға документтарҙы", - тигәс ҡыҙы. "Минең һандыҡтың төбөндә ҡыҙыл яулыҡҡа төрөлгән, шунда ята бит ул", - тигән.
Ҡыҙы уянғас та, һандыҡты ҡараған. Ысынлап та, ҡыҙыл яулыҡҡа төрөлгән документтарҙы тапҡан. Бына шулай мәрхүмдәр теге донъянан да ярҙам итеп ята. Быға нисек ышанмайһың инде шунан!