Был сарала "Күп балалы ғаилә", "Ауыл ғаиләһе", "Алтын ғаилә", "Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаусы ғаилә" һәм "Ватанды һаҡлаусы ғаилә" номинациялары билдәләнде. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, күп балалы ғаиләләргә бындай иғтибар 2018 йылдан алып бүленә һәм йыл һайын өлгөлө ғаиләләр билдәләнә. Күп балалы ғаиләләр дәүләт ярҙамын тойоп йәшәй, улар үҙҙәре лә тырыш, эшһөйәр. Быйыл декабрҙең аҙаҡҡы йәкшәмбеһендә Күп балалы ғаиләләр көнө билдәләнә башлаясаҡ.