Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабрь 2025, 21:00

Ҡоштар осорам

Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам, Бар эшемдең сыҡтым осона. Шуға күрә бөгөн таңдан алып Күкрәгемдән ҡоштар осорам.

Ҡоштар осорам
Ҡоштар осорам

Аҡлыҡ, хаҡлыҡ өсөн көрәшселәр!

Тәү бүләгем һеҙгә, ҡарағыҙ:

Ҡанаттарын ғорур ҡаға-ҡаға

Күтәрелде күккә ҡарағош.

Юлдағылар! Һеҙгә ебәрәмен

Ел-дауылдар үтер торнаны.

Сирлеләрем, кәкүк осорам һеҙгә –

Оҙаҡ-оҙаҡ саҡыра торғанын.

Сығып осто ярһыу бер һандуғас,

Ғашиҡтарым, һеҙҙең өлөшкә.

Көткәндәргә – аҡ күгәрсен килер,

Яңы өмөт өҫтәп өмөткә.

Хыялыйҙар, сая һәм йыуаштар!

Һәммәгеҙгә тейер ҡошом бар.

Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә юҡ –

Әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар.

Ығы-зығы, ваҡ мәшәҡәт тамам,

Бар эшемдең сыҡтым осона.

Шуға күрә һәр көн таңдан алып

Күкрәгемдән ҡоштар осорам.

М. Кәрим.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор: Римма Аҡманова
Читайте нас