Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабря 2025, 06:00

Кипкән емештән кеҫәл

Кәрәк: кипкән емеш — 300 г; шәкәр — 100 г (йә тәменсә); һыу — 1 л (+ 100 мл крахмал өсөн); крахмал — 2 ҡалаҡ (өймәләм итмәй).

Кипкән емештән кеҫәлКипкән емештән кеҫәл
Кипкән емештән кеҫәл

Кипкән емешкә, магазиндан алынған булһа, ҡайнар һыу ҡойоп, 5–7 минут ултыртып алырға кәрәк. Шунан яҡшылап йыуаһың. Әгәр үҙең әҙерләгән кипкән емеште алһаң, бер тапҡыр сайып алһаң да була.

Емеште кәстрүлгә һалып, шәкәр һалып, һыу ҡойоп, ҡайнатып сығараһың. Шунан, утын кәметеп, 15-20 минут ҡайнатырға кәрәк.

Әҙер кеҫәлде томалап ултыртып тораһың. Крахмалды һыуыҡ һыу менән болғатаһың.

Кеҫәлде ҡабаттан утҡа ултыртырға һәм уға болғата-болғата крахмал ҡойорға кәрәк. Ҡуйырғас, утты һүндерәһең.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас