

Өфө районының Чесноковка ауылында хайуандарҙың ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителгән. Эпизоотик үҙәк тип карьер урамынан складҡа барған юл тирәһе табылған.
Бында ситтәргә инеү, сирле хайуандарҙы дауалау, малды-хайуандарҙы ситкә сығарыу тыйыла.
Әле ауылда дәүләт ветеринария хеҙмәткәрҙәре эшләй. Унда вакцина яһалырға, берәҙәк хайуандарҙы, эт-бесәйҙәрҙе тотоу ойошторолорға тейеш.