Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабрь 2025, 14:19

Экспортҡа - субсидия

Башҡортостанда 11 компания экспорт өсөн субсидия аласаҡ.

Экспортҡа - субсидия
Экспортҡа - субсидия

Республиканың 11 предприятиеһына 10 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы биреләсәк. "Башҡортостан республикаһында 2030 йылға тиклем экспортты үҫтереү" төбәк программаһына ярашлы финанслау ҡаралған. Бөтәһе 13 ғариза ҡабул ителгән һәм шуларҙың араһынан 11-е һайлап алынған. Конкурстың еңеүселәре араһында экономиканың төрлө тармағынан булған предприятиелар бар. Мәҫәлән, ағас эшкәртеү, он етештереү, май һығыу һәм башҡалар. Бындай программа Башҡортостанда 2019 йылдан алып эшләп килә.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор: Римма Аҡманова
Читайте нас