

Шулай уҡ көндөҙгө һәм тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационарҙа терапия курсын үтергә мөмкин. Пациенттар өсөн фармацевт ярҙамы, арт-терапия, электросон, электрофорез, Биоптрон, магнитотерапия, аппарат массажы кеүек физиотерапия процедуралары ҡаралған.
Был программаны тормошҡа ашырыу өсөн Өфөлә (Зорге, 73/3, Чернышевский, 41) һәм Өфө районының Нурлы ҡасабаһында психотерапия бүлектәре бар.
Шулай уҡ МХО ветерандары, яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре бушлай юридик ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә.
Яугирҙарҙы «Ватанды һаҡлаусылар» филиалы фондында көн һайын юрист, адвокат, нотариус бушлай ҡабул итә: https://vk.com/zashitnikiotechestvarb
Республиканың Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай ярҙамды алыу өсөн "БР Дәүләт юридик бюроһы "на түбәндәге адрес һәм телефон номерҙары буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк:
- Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3, тел. 8 (347) 272-29-23, 8(347)218-11-94
- Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты 180, тел. 8(347) 216-17-11
- Нефтекама ҡалаһы, Нефтселәр урамы, 22, 114-се бүлмә, тел. 8(34783) 4-45-30
- Октябрьский ҡалаһы, Чапаев урамы, 16, тел. 8(34767) 6-05-06
- Сибай ҡалаһы, Ленин урамы, 12, 105-се бүлмә, тел. 8(34775) 2-23-82
- Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Хоҙайбирҙин урамы, 83, тел. 8(3473) 33-58-29
- Мәсәғүт ауылы, И. Усов урамы, 3, тел. 8(34798) 3-36-63
Фото: асыҡ сығанаҡтан.