Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабря 2025, 07:30

Санкт-Петербургтағы форум Башҡортостан йәштәрен йыйҙы

Санкт-Петербург Милләттәр йортонда «Яҡташлыҡ көсө – Ватан көсө» йәштәр форумы үтте. Унда Санкт-Петербургта йәшәгән һәм уҡыған Башҡортостан студенттары һәм йәштәр ҡатнашты.

Санкт-Петербургтағы форум Башҡортостан йәштәрен йыйҙыСанкт-Петербургтағы форум Башҡортостан йәштәрен йыйҙы
Санкт-Петербургтағы форум Башҡортостан йәштәрен йыйҙы

Форум йәштәр һәм дәүләт власы органдары, мәғариф учреждениелары һәм профессиональ берләшмә вәкилдәре араһында асыҡ диалог өсөн майҙансыҡ булараҡ ойошторолдо. Уның  барышында йәштәрҙе һөнәри үҫтереү, карьера йәһәтенән үҙ-үҙеңде тормошҡа ашырыу, төбәктәрҙе үҫтереүҙә йәш белгестәрҙең роле, шулай уҡ мәҙәни үҙенсәлекте һәм яҡташтар бәйләнештәрен һаҡлауҙың әһәмиәте мәсьәләләре тикшерелде.

Форумда ҡатнашыусылар алдында Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Ринат Фәйзуллин,  Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, генерал-лейтенант, Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһы ғәскәрҙәре академияһының Жуков орденлы Санкт-Петербург хәрби академияһы начальнигы Андрей  Кийко,  Санкт-Петербургтың  Кронштадт районы хакимиәте башлығы Андрей  Кононов, эшҡыуар, кейем дизайнеры, федераль магазиндар селтәре һәм Charmstore ҡатын-ҡыҙҙар кейеме бренды хужаһы Фиоза Миңдебаева сығыш яһаны.

Форум йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһы менән ныҡлы бәйләнеште һаҡлауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, төбәктең һәм илдең социаль-иҡтисади үҫешендә йәш белгестәрҙең ролен, шулай уҡ диалог, остазлыҡ һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн майҙансыҡтарҙы артабан үҫтереү кәрәклеген билдәләне.

Сара милли тәм-томдар менән сәй эсеү менән тамамланды.

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас