Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2025, 10:18

Әсәйҙәре – МХО-ла, ә атайҙары балаларҙы тәрбиәләй

Өфө ҡалаһынан Розалиә Иксанова махсус хәрби операция биләмәһендә шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итә. Күптән түгел Иксановтарҙың   балаларына – 320-се балалар баҡсаһында йөрөүсе Радимға һәм 56-се мәктәптә уҡыусы Ринатҡа «Минең әсәйем – Герой» тигән значоктар тапшырылды.

Әсәйҙәре – МХО-ла, ә атайҙары  балаларҙы тәрбиәләй
Әсәйҙәре – МХО-ла, ә атайҙары балаларҙы тәрбиәләй

– Калинин районында беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға айырыуса иғтибар бүләбеҙ, атап әйткәндә, үҫеп килгән быуынға алдынғылыҡта хеҙмәт иткән һәм Ватаныбыҙҙы һаҡлаған яҡташтарыбыҙ тураһында һөйләйбеҙ.

Иксановтарҙың  балаларына –  Ринат менән  Радим «Минең әсәйем – Герой!» тигән значоктар тапшырылды. Уларҙың әсәһе ошо йылдың март айынан махсус хәрби операция биләмәһендә  шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итә. Ул үҙенең ғүмеренең 20 йылын кешеләргә хеҙмәт итеүгә бағышлаған һәм әлеге ваҡытта күсмә медицина батальонында яугирҙарға медицина ярҙамы күрһәтеп, үҙенең хеҙмәт бурысын үтәй. Вадимдың атаһы буласаҡ ватанды һаҡлаусыларҙы тәрбиәләү яуаплылығын үҙ өҫтөнә ала.

Балаларға значоктар тантаналы шарттарҙа тапшырылды. Был билдәләр үҫеп килгән быуын өсөн өлгө булып торһон. Алдағы көндәрҙә лә  яугирҙарға һәм  уларҙың ғаиләләренә лә һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәкбеҙ, – ти Өфөнөң  Калинин районы хакимиәте башлығы Ғәзизйән Әхмәтйәнов.

 

Фото: Т.АМАНОВ

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас