“Атайһыҙ йәшәгәнебеҙгә бер йыл да үтте. Ул беҙҙең өсөн һәр ваҡыт таяныс булды. Ошо ваҡыт арауығында уның беҙҙең өсөн генә түгел, ә күптәр өсөн кәрәкле кеше икәнен, уны республиканан ситтә лә бик ихтирам иткәндәрен тағы ла нығыраҡ аңланым. Беҙ уның аҡыллы кәңәштәренә, йыуатыу һүҙҙәренә мохтажбыҙ. Күңел бер нисек тә уның яҡты донъяла юҡлығын ҡабул итә алмай. Рәхмәт, атай, һиңә. Рәхмәт ауылдаштарыма, ауыл хакимиәте башлығы Илмира Ғәлиәхмәтоваға, китапханасы Миләүшә Мөхәмәтйәроваға,” – тине осрашыуҙа Рәлистең улы, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, эшҡыуар Тимерғәле Ураҙғолов.
“Атайыбыҙ, мин һеҙгә байлыҡ ҡалдыра алмайым. Һеҙҙе эшкә өйрәттем, ә ҡалғаны үҙегеҙҙең ҡулда, ти торғайны. Ысынлап та, уның тәрбиәһенең һөҙөмтәһен бөгөн бигерәк тә төшөнәбеҙ,” – тип билдәләне ҡыҙы Фаягөл.
Үҙеңдең эшеңде дауам иткән балаларың – иң ҙур бәхет бәхет бит ул. Был яҡтан Рәлис Ураҙғоловҡа көнләшерлек – биш балаһы ла аяҡта ныҡлы баҫып тора, һәр береһенең яратҡан эше бар.
Киләсәктә Иҫке Муса ауылының яңы урамына Рәлис Ураҙғоловтың исемен биреү, ҡасандыр ул эшләгән ауыл мәҙәниәт йортона таҡтаташ ҡуйыу, республика кимәлендә Рәлис Ураҙғолов исемендәге конкурс үткәреү кеүек матур тәҡдимдәр яңғыраны Хәтер кисәһендә.