Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Декабрь 2025, 11:59

«Рәхмәт, яугир! Еңеү менән әйләнеп ҡайт!»

Салауат районы Мөрсәлим мәктәбенең элекке сығарылыш уҡыусыһы, махсус хәрби операция яугиры тыуған мәктәбенә ҙур бүләк яһаған!

«Рәхмәт, яугир! Еңеү менән әйләнеп ҡайт!»
«Рәхмәт, яугир! Еңеү менән әйләнеп ҡайт!»

Вячеслав Аҡмырҙин әле махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ул тыуған мәктәбенә Яңы йыл сараларын үткәреүгә ҡорамалдар комплекты – байрам баннеры, заманса музыка колонкаһы  һәм ике сымһыҙ микрофон  бүләк итеп тапшырған.

– Сығарылыш класс уҡыусыларының тыуған мәктәбен онотмауы һәм уны үҫтереүгә өлөш индереүе тулҡынландырғыс, күңелгә үтеп инә.  Яңы ҡорамалдар беҙгә балалар өсөн ысын байрам мөхите булдырырға мөмкинлек бирәсәк! Рәхмәт, яугир! Еңеү менән әйләнеп ҡайт! – ти Мөрсәлим мәктәбенең директоры Артур Ғәлиуллин.

Бик ҡыуаныслы! Яугирға  иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас