Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2025, 16:04

Мирас Иҙелбаевҡа – 80 йәш

Бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында (элекке Башҡорт дәүләт университеты) ғалим, башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор Мирас Иҙелбаевтың 80 йәшлек ғүмер байрамы билдәләнде.

Мирас Иҙелбаевҡа – 80 йәш
Мирас Иҙелбаевҡа – 80 йәш

Был матур сарала юбилярҙың ҡатыны Гөлфиә Юнысова, килене Диләрә менән улы Урал Иҙелбаевтар, коллегалары, уҡыусылары, дуҫтары һәм студенттар ҡатнашты.

Матур концерт әҙерләнгәйне. Күптәрҙең яратҡан һәм хөрмәтле уҡытыусыһы - Мирас Хәмзә улына оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ!

Фото: автор фотоһы.

Автор: Римма Аҡманова
Читайте нас