Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2025, 19:00

Көслө магнит дауылы көтөлә

Ул Яңы йыл байрамына тиклем дауам итәсәк.

Көслө магнит дауылы көтөлә
Көслө магнит дауылы көтөлә

Был осорҙа метеоһиҙгер кешеләргә үҙ һаулығына айырыуса иғтибарлы булырға, артыҡ ауыр эштәр менән шөғөлләнмәҫкә кәңәш ителә.  Ҡан баҫымығыҙ күтәрелеп йонсотһа, көн дә үлсәп, тейешле дарыу ҙа эсеп тороғоҙ.

Метеоһиҙгер кешеләр магнит дауылы ваҡытында  баш ауыртыуына,  әйләнеүенә, күңел болғаныуына зарлана, йөрәк ауыртыуынан, хәлһеҙлектән һәм йоҡоһоҙлоҡтан яфалана, арҡа һәм быуындар һыҙлауы ла борсой.

Һаулыҡ ҙур байлыҡ икәнен онотмайыҡ, сәләмәтлегебеҙ үҙебеҙҙең ҡулда, иғтибарлыраҡ булайыҡ, дуҫтар.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас