Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2025, 10:10

Беҙҙең Зөһрә - маладис!

Хеҙмәттәшебеҙ Зөһрә Йәһүҙина шөһрәтле наградаға лайыҡ булды! Ул - Башҡортостан Башлығының журналистика өлкәһендәге “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” премияһы лауреаты! Ҡотлайбыҙ!

Беҙҙең Зөһрә - маладис!
Беҙҙең Зөһрә - маладис!

Быйыл 5 номинацияға 159 эш ҡабул ителгән. Бына улар, еңеүселәр:

“Дөрөҫлөк” номинацияһы: Руслан Шәрәфетдинов (“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы), Алина Чернова (“Восход-Ишембай” гәзите), Алексей Шильников (“Туймазинский вестник” гәзите), Станислав Шахов (“Уфимская неделя” баҫмаһы).

“Яуаплылыҡ” номинацияһы: Резеда Шәңгәрәева (“Башҡортостан” гәзите), Фаяз Йомағужин (“Стерлитамакский рабочий” гәзите), Ксения Калинина (“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы), Ильяс Батыргәрәев (“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы).

“Ҡаһарманлыҡ” номинацияһы: Зөһрә Йәһүҙина (“Йәшлек” гәзите), Константин Силин менән Айгөл Шәйәхмәтова (“Кумертауское время” гәзите), Алһыу Зарипова (“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы), Снежана Латипова (“Общественная электронная газета” баҫмаһы).

"Йыл ғәмәле" номинацияһы: Рәшиҙә Мәһәҙиева (“Ватандаш” журналы), Гүзәл Ибраһимова (“АиФ”), Лилиә Такаева (Баймаҡ районының “Һаҡмар” гәзите), Рафиҡ Әхмәтшин (“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы).

“Һиҙгер йөрәк” номинацияһы: Гөлшат Ҡунафина (“Башҡортостан ҡыҙы” журналы), Гөлнара Күсәрбаева (Әбйәлил районының “Осҡон” гәзите), Гүзәл Батталова, Зилә Баймырҙина, Радик Фәтхиев (“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы), Жанна Миронова (“Республика Башкортостан” гәзите).

https://yanshishma.com/articles/b-ygel-r/2025-12-16/premiya-laureattary-bild-le-4510584

Автор: Айбулат Ишназаров
Читайте нас