Ауыл ерендә V – IX класс уҡыусыларына — һауа температураһы 25 градус булһа, ә ҡаланыҡыларға 27 градус һыуыҡта уҡырға бармаҫҡа мөмкин.
Ауыл мәктәптәренең өлкән класс уҡыусыларына — 30 градуста, ә ҡаланыҡыларға 32 градус һыуыҡ булғанда мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин.
Әгәр минус 3 градустан һалҡыныраҡ һәм ел секундына 6-10 метрҙан ашыуыраҡ булһа, башланғыс класс уҡыусылары өсөн физкультура залда үткәрелә, өлкән класс уҡыусылары өсөн – 10 градустан һалҡыныраҡ булһа.
Һыуыҡ көндә баланы ебәрергәме-юҡмы икәнен ата-әсәләр үҙҙәре хәл итә. Әгәр уҡыусы өйҙә ҡалһа, класс етәксеһенә алдан хәбәр итеү мөһим. Мәктәп көн ныҡ һыуыҡ булғанда ла эшләй.
Фото: Т. АМАНОВ.