Уны башҡорт филологияһы факультеты деканы, профессор, филология фәндәре докторы Ләйлә Хөсәйенова алып барҙы. Был сарала ғалимдар, журналистар һәм университеттың уҡытыусылары, студенттар ҡатнашты. "Түңәрәк өҫтәл"дә хәҙерге башҡорт орфографияһына ҡағылған һорауҙар күтәрелде, шул темаға арналған мәсьәләләр ҡаралды, ялғауҙарҙы дөрөҫ яҙыу буйынса кәңәштәр бирелде, практик эш үткәрелде.
Был сара бөтәһенә лә оҡшаны.