Салауат ҡалаһынан 75 йәшлек әбей мутлашыусыларға 997 мең һум аҡса биргән. Шылтыратыусылар үҙҙәрен ФСБ һәм Үҙәк Банк хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра һәм ғариза биреүсе исеменән билдәһеҙ кешеләрҙең дуҫ булмаған илдәргә күсереүҙәре тураһында хәбәр итә. Мутлыҡ операцияларын булдырмау өсөн "белгестәр" әбейнә аҡсаны "безопасный счет"ҡа күсерергә күндерә.
Салауат ҡалаһы полицияһына Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе 85 йәшлек бабай мөрәжәғәт итте. Енәйәтселәр үҙҙәрен интернет-провайдер һәм һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған. Пенсионер мутлашыусыларға 374 мең һум аҡса тапшырған.