Веб-сайт «һttps»тан башланмаһа
Әгәр ҙә сайт адресы әлеге биш хәрефтән башланмаһа, тимәк, сайт менән бәйләнеш һаҡланмаған. Карта тураһында мәғлүмәт индергәндә тулыһынса конфеденциаллеккә өмөтләнмәгеҙ. Белгестәр, һаҡланмаған сайттар аша түләүҙәр үткәрмәҫкә кәңәш итә. Бик кәрәк осраҡта иҫәп- хисаптың электрон системаһынан ҡулланығыҙ.
Электрон почта
Банк картаһы реквизиттарын күрһәтеүҙе һораған бер электрон хатҡа ла яуап яҙмағыҙ. Фишинг ҡорбаны булыуығыҙ мөмкин.
«Урам» хәйриәһе
Ҙур ҡалаларҙа ҡайһы бер фондтарҙың ирекмәндәре урамға сығып, иғәнә йыйыу менән шөғөлләнә. Аҡса күсереп, ярҙам итергә теләгәндә бик һаҡ булығыҙ!
Фонд вәкилдәре һеҙҙең менән һуңыраҡ элемтәгә инеү өсөн телефон номерығыҙҙы һорай. Банк картаһы мәғлүмәттәрен һораһалар, бирмәгеҙ.
Телефондан һөйләшеү
Ышанған иң яҡын кешегеҙгә телефондан банк картаһы тураһындағы мәғлүмәтте әйтмәҫкә тырышығыҙ. Сит кешеләр тыңларға ла мөмкин. Бик кәрәк икән , СМС-хәбәр йәки ватсап аша ебәрегеҙ.
Интернет- магазиндар
Интернет аша әйбер һатып алғанда мотлаҡ һатыусы тураһында мәғлүмәтте өйрәнегеҙ, башҡа клиенттарҙың баһаламаларын уҡып сығығыҙ. Социаль селтәрҙән аккаунтын ҡарап сығыу ҙа ҡамасауламаҫ. Ҡайһы берәүҙәр интернет-магазин тотоусының битләүенән күсермә эшләп, аҡса күсереү өсөн үҙенең реквизиттарын ҡуя.
Сит кешегә картағыҙҙы тоттормағыҙ.
Ҡайһы бер магазиндарҙа карта менән иҫәпләшкәндә һатыусылар терминал эргәһендә булмай. Уларҙың картаны тотоп, икенсе урынға китеүе мөмкин. Сит кешегә биргәндә, уны күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Сөнки һеҙгә күрһәтмәй генә мутлашыусылар карта мәғлүмәттәрен күсереп алыуы ихтимал.
.
Йәмәғәт урындарында Wi-Fi аша түләмәгеҙ
Әгәр ҙә һеҙ йәмәғәт урындарында Wi-Fiга ҡушылғанһығыҙ икән, сайтҡа шәхси йәки түләү тураһындағы мәғлүмәтте индереүҙән сикләнегеҙ. Һеҙҙе бик «еңел» генә «емереүҙәре» бар. Системала вирустар булырға йәки «клавиатур шпион» кеүек программалар ҡуйылыуы мөмкин.
Әлеге программалар клавиатураларға баҫылған мәғлүмәтте техниканың хәтерендә ҡалдырыу мөмкинлеге бирә.