Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Декабря 2025, 17:58

Туған телгә  һөйөү уятыусылар бүләкләнде

Башҡорт теле көнө алдынан бик матур бүләкләү тантанаһы үтте.

Туған телгә  һөйөү уятыусылар бүләкләндеТуған телгә  һөйөү уятыусылар бүләкләнде
Туған телгә  һөйөү уятыусылар бүләкләнде

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә "Иң яҡшы башҡорт, рус, туған телдәр һәм полилингваль мәктәп уҡытыусылары", "Башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙә уҡытыу буйынса иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы" һәм "Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты"  республика конкурстарында еңеүселәр тәбрикләнде. Етенсе йыл үткәрелеп килгән Башҡорт теле көнө алдынан телем, халҡым тип янып йөрөгән туған тел уҡытыусыларын данлау, тәбрикләү  изге йолаға әйләнде. Иңенә ҙур яуаплылыҡ һалынған, һәр уҡыусыға иғтибарлы, ижади ҡарашлы, көслө уҡытыусыларыбыҙға һоҡланмайынса мөмкин түгел.  Конкурс еңеүселәрен ҡотлау тантанаһында уларға ҡотлау һүҙҙәре яуҙы, рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.

Сара баш ҡалабыҙҙағы  2-се республика полилингваль күп профилле "Смарт" гимназияһы уҡытыусыларының рухлы сығышы менән башланды. Бүләкләү тантанаһына йыйылыусыларҙы  БР мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин сәләмләп, яҡынлашып килгән байрам - Башҡорт теле көнө менән ҡотланы.

- Туған тел, туған һүҙ  аша һин үҙеңдең ырыуың, халҡың , быуындарың, ата-бабаларың менән бәйләнеште тояһың. Был бик тә  мөһим, сөнки был һине ҙур илдең ҙур гражданы итә. Бында залда көн һайын ғүмерен  һүҙгә, тыуған төйәгенә,  ата-бабалар тарихына һөйөүгә бағышлағандар йыйылған. Эшегеҙгә ҙур рәхмәт һеҙгә, - тине ул сығышында.

Унан бар ғүмерен башҡорт телен үҫтереүгә, балаларға туған телебеҙҙең матурлығын, байлығын еткереүсе 40 йылдан ашыу педагогик стажлы уҡытыусыларға республикабыҙҙың мәғариф министрлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды. Улар менән бергә тәжрибәле уҡытыусыларға алмашҡа килеүсе, быйыл ғына эш башлаусы йәш педагогтар ҙа бүләкләнде.

Бүләкләнеүселәр араһында Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфирә Искәндәрова ла бар. Уның хеҙмәт стажы - 43 йыл, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы. Башҡорт телен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре лә Рәхмәт хаттары алып ҡыуанды. Башҡортостан Республикаһының иң  яҡшы башҡорт, рус, туған телдәр һәм полилингваль мәктәп уҡытыусылары ла билдәләнде, уларға 50 мең һум күләмендә аҡсалата дәртләндереү һәм дипломдар тапшырылды. Ярҙам итеү һәм дәртләндереү маҡсатында ойошторолған "Башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙә уҡытыу буйынса иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы" конкурсында барлығы 67 балалар баҡсаһы ҡатнашҡан. Унда  Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан "Ҡурайҡай" балалар баҡсаһы еңеүсе тип танылды.

Дөйөм белем биреү учреждениелары араһында Башҡорт теле көнөнә арналған  "Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты"  республика конкурсы үткәрелгәйне. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ижади эшмәкәрлеген үҫтереүгә, һөнәри үҫешкә ынтылыуға, матди-техник нигеҙен нығытыуға, башҡорт теле туған һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа инновацион технологиялар ҡулланыуға йүнәлтелгән. 2019-2025 йылдарҙа 129 башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты мультимедиа комплекстары менән йыһазландырылды.

Быйыл Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы Доставалов исемендәге башҡорт кадет корпусының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рифат Әйүпов, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 32-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сажиҙә Ғатина, Өфөнөң сит телдәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнеүсе 103-сө мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Исхаҡова кабинеттарын йыһазландырыуға сертификат алды.

Туған телебеҙ  йәшәһен өсөн уның уҡытылыуы, өйрәнелеүе бик мөһим. Был йәһәттән республика бар көсөн һалып, шарттар булдыра. Бүләкләү тантанаһы ла ана шуны дәлилләне лә инде. Барығыҙҙы ла ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Автор фотолары.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас