Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Декабрь 2025, 19:19

"Берҙәмлектә - көс!"

Республика Башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына 30 йыл тулыуын хәбәр итә.

"Берҙәмлектә - көс!"
"Берҙәмлектә - көс!"

– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына – 30 йыл. Был абруйлы йәмәғәт ойошмаһы Рәсәйҙең 36 төбәгенән  һәм донъяның 28 иленән  меңәрләгән милләттәшебеҙҙе берләштерә. Башҡорт мәҙәниәтен, телен һаҡлау, милләт-ара татыулыҡты, республикабыҙҙың башҡа халыҡтары менән дуҫлыҡты нығытыу – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төп бурыстары.

Президентыбыҙ Владимир Путин 2026 йылды Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы тип иғлан итте. Бергәләп кенә беҙ барлыҡ  һынауҙарҙы еңеп сыға алабыҙ. Бергәләп дөйөм йортобоҙҙо дошмандан һаҡлауҙы дауам итәсәкбеҙ, республика һәм ил мәнфәғәте өсөн бергә эшләйәсәкбеҙ.

Барығыҙға ла именлек, уңыштар теләйем! Байрам менән! – ти ул.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас