Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Декабрь 2025, 18:40

Башҡорт ырыуҙарының ҡор башлыҡтары йыйылды

Баш ҡалабыҙҙың «Торатау» конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығына арнап ойошторолған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла төрлө секциялар, «түңәрәк өҫтәлдәр» эшләне.

Башҡорт ырыуҙарының ҡор башлыҡтары йыйылды
Башҡорт ырыуҙарының ҡор башлыҡтары йыйылды

«Башҡорт ырыуҙары: милли берҙәмлекте нығытыуҙың тарихы һәм заманса тәжрибәләре» тигән «түңәрәк өҫтәл»дә ырыуҙарҙың ҡор башлыҡтары йыйылып, фекер алышты. Уны башҡорт ырыуҙары советы рәйесе Вельмир Аҙнаев алып барҙы.

Тарих фәндәре кандидаты, журналист, продюссер, телепроекттар авторы һәм алып барыусыһы Салауат Хәмиҙуллин күп томда сығарылған «Башҡорт ырыуҙары тарихы» йыйынтығы, уның берҙәмлекте нығытыуҙағы роле хаҡында һөйләне. Тарих фәндәре докторы Нәзир Ҡолбахтин Рәсәй тарихына үҙ өлөшөн индергән күренекле башҡорттар хаҡында бәйән итте. Түңгәүер ырыуы башлығы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ла, уларҙың ырыуына ла 30 йыл тулыуын белдерҙе. Ул сығышында алып башҡарылған эштәре менән таныштырҙы. Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡортостан Республикаһы тарихы, археология һәм этнография кафедраһы доценты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Нурислам Ҡалмантаев хәҙерге осорҙағы башҡорт ырыуҙары хаҡында сығыш яһаны. Тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлиховтың сығышы ҡыпсаҡ ырыуына арналды. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының «Без – башҡортлар» йәмәғәт хәрәкәте етәксеһе, «Гәрәй» ырыуы башлығы Радик Бәхтиев диалекттарҙың тарихи берҙәмлеге хаҡында һөйләһә, «Ыҡ» ырыуы башлығы Альберт Исмаилдың сығышы төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн боронғо башҡорт теле хаҡында булды.

«Түңәрәк өҫтәл»дән һуң алдағы йылға бурыстар ҙа билдәләнде. 2026 йылда икенсе башҡорт ырыуҙары йыйынын үткәреүҙе ҡарау, һәр ырыуҙың йәштәр ойошмаһын булдырыу,  алдағы йылдың 1 мартына тиклем һәр башҡорт ырыуының үҙәктәрен билдәләү, ошо уҡ йылдың 1 ноябренә тиклем ырыу музейҙарын асыу ҡарар ителде.

 

АВТОР фотоһы. 

 

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас