– Беҙҙең Ырымбур ҡалаһында халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереүҙә, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәтебеҙҙе һаҡлауҙа ҙур эш алып барыла. Башҡарған эштәребеҙ бик күп. Арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе мәңгеләштереү менән дә шөғөлләнәбеҙ. Быйыл беҙ 9 майға ҡарата Бөйөк Ватан һуғышының 80 йыллығы уңайынан ете орденға лайыҡ булған Ҡорбан ағай Итҡоловҡа таҡтаташ астыҡ, Ырымбур өлкәһенең көнбайыш башҡорттарын йыйып, ҙур сара үткәрҙек. Ике тапҡыр тәҡдим ителеп, герой исемен алмаһа ла, бергә һуғышҡан иптәштәре уны «Герой тип йөрөткән. Таҡтаташҡа ла герой тип яҙҙыҡ. Һуңғы йылдарҙа йәшәгән Иркутск ҡалаһындағы таҡтаташта ла герой тип яҙылған.
Башҡорт телебеҙҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө саралар үткәрәбеҙ. Ырымбур ҡалаһында ике башҡорт фольклор ансамбле – «Яйыҡ» менән «Ялҡын» бар. Рәсәй, Еңеү байрамы көндәрендә, Ырымбур өлкәһе халыҡтары байрамдарында ҡатнашабыҙ. Ырымбур ҡалаһы көнөндә тирмәләр ҡороп, үҙебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Күп һабантуйҙарҙа булдыҡ, үҙебеҙ ҙә ойошторҙоҡ. Ауылдарға ла барҙыҡ. Байрамды тантаналыраҡ итер өсөн тирмәләр менән йөрөйбөҙ. Ауылдарҙа шәжәрә байрамдары үткәрелә, бөтәһендә лә беҙ ҡатнаштыҡ. Быйыл ғына 40-ҡа яҡын сарала булдыҡ. Ниндәй халыҡ саҡырһа ла, барып, үҙебеҙҙең халҡыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе күрһәтеп ҡайтабыҙ, – ти ул.
Күрше төбәктә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең эшенә бик һөйөндөк. Уларға киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ.
АВТОР фотоһы.