РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Владимир Горин һәм БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәүефһеҙлеккә ҡағылышлы төрлө һорауҙарға яуап бирҙе.
2025 йылдың 10 декабренә ҡарата Башҡортостанда 7147 техноген янғын булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 182 үлем теркәлгән, 187 кеше йәрәхәтләнгән, 1488-е ҡотҡарылған. Кирилл Первов янғын ҡорбаны булғандарҙың социаль портретын тасуирланы - улар ауыл ерендә яңғыҙ йәшәгән, алкоголь эсемлектәр ҡулланған һәм өйҙә йыш тәмәке тартҡан 50 йәштән өлкән ир-егеттәр.
Фейерверктарҙы махсус магазиндарҙа ғына һатып алырға һәм ҡулланыр алдынан мотлаҡ инструкцияны өйрәнергә һәм уны үтәргә кәрәк. Шул саҡта ғына хәүеф минималь кимәлгә төшәсәк. Республикала янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә булған осорҙа (2025 йылдың 31 декабренән 2026 йылдың 11 ғинуарына тиклем) пиротехника ҡулланыу талаптарын боҙған өсөн штрафтар икеләтә арттырылған.
Владимир Горин республика халҡына насар һауа торошо һәм БПЛА һөжүмдәре тураһында ваҡытында хәбәр итеүҙең мөһимлеген билдәләне. Оператив мәғлүмәтте реаль ваҡыт режимында "Рәсәй МЧС-ы" ҡушымтаһында алырға мөмкин. Ул бөтә телефондарға ҡуйыла ала һәм бушлай таратыла.