Нефтекама ҡалаһында "Да Юань" компанияһы сығарған "Наҙлы тулыҡай" тип исемләнгән бәҙрәф ҡағыҙы Яр Саллы картон-ҡағыҙ комбинаты тауарҙары менән оҡшаш тип табылған. Шул арҡала Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Татарстан буйынса идаралығы тауарҙарҙы әйләнешкә индереүҙе туҡтатырға ҡуша. Бойороҡ 30 көн эсендә үтәлергә тейеш.
Июль айында Нефтекаманың компанияһына эш ҡуҙғатыла. Татарстан был бәҙрәф ҡағыҙын 2003 йылдан алып сығара.