

БР Дәүләт йыйылышы рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, йөҙ кешенән торған ойошма етәкселәренә яугирҙарҙы эшкә алғанда квота булдырыласаҡ. Квота коллективтың уртаса алынған исемлегенең бер процентын алып торасаҡ. Эш биреүсе яугирҙы туранан-тура ла, шулай уҡ мәшғүллек үҙәге йүнәлтмәһе буйынса ла эшкә урынлаштыра ала.
Башҡортостанда квота индерелеү менән 1100 эш биреүсе МХО-ла ҡатнашыусыларға биш меңдән ашыу эш урыны әҙерләйәсәк.
Депутаттар был ҡанунды декабрҙә көҙгө сессияның йомғаҡлау ултырышында ҡабул итергә планға алған.
Фото: асыҡ сығанаҡтан.