Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Декабря 2025, 17:04

Ижади индустрия өлкәһендә премия тапшырылды

Бөгөн Өфөлә Көрәш һарайында ижади индустрия өлкәһендә тәүге премияға лайыҡ булыусылар билдәләнде.

Ижади индустрия өлкәһендә премия тапшырылдыИжади индустрия өлкәһендә премия тапшырылды
Ижади индустрия өлкәһендә премия тапшырылды

Бөгөн Өфөлә Көрәш һарайында ижади индустрия өлкәһендә тәүге премияға лайыҡ булыусылар билдәләнде. Был сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм "Креатив экономика" коммерцияһыҙ акционерҙар ойошмаһы президенты Марина Монгуш та ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, төбәк бәләкәй ҡала һәм тарихи йәшәгән ерҙәрҙе үҫтереү буйынса алдынғылар рәтендә тора. Киләһе йылда ошо өлкәлә тағы ла ун ғариза ҡабул ителәсәк. Шулай уҡ күргәҙмәлә "Сармат алтыны" костюмдар коллекцияһы ла бар ине. "Башҡортостан" киностудияһы директоры Юнир Әминев хәбәр итеүенсә, 2026 йылда "Фәрзәнә Көнбайышҡа бара" һәм "Шайморатов генерал" фильмдары прокатҡа сығасаҡ. Был проекттар республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған.

Фото: Башинформдан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас