

Иң беренселәрҙән булып Өфө ҡалаһынан Лилиә Мусина яҙылды. Ул үҙе 30 йыл урыҫ мәктәбендә башҡорт телен уҡытҡан. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ижад итеү менән шөғөлләнә, "Китап" нәшриәтендә 2 китабы - "Хәрефтәр донъяһында" һәм "Ҡояш ғәскәре" тигән әкиәттәр йыйынтыҡтары донъя күргән.
Унан тыш, башҡорт теле аша ғәрәпсә уҡырға өйрәткән "Мөғәллимә" тигән әлифба китабы ла бар. Киләсәктә ике телдә буяма-альбомдар ҙа сығарырға ниәтләй.
Наил Вәкил улы Буранғолов Нуриман районының Баш-Шиҙе ауылына гәзиткә яҙҙырһа, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының директоры, Өфөләге "Ейәнсура" яҡташтар ойошмаһы етәксеһе Азат Аҡманов өйөнә алдырасаҡ. Иглин районының Иглин ауылынан 77 йәшлек Гөлнур Рәхимйәнова ла "Йәшлек" гәзитенә яҙылырға йүгереп еткәйне. Ул республика баҫмаһын бик яратып уҡый. Ейәнсура тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәтенең рәйесе, "Ейәнсура таңдары" гәзите хәбәрсеһе Миҙхәт Аҫылбаев та "Йәшлек" гәзитен өйөнә алдырасаҡ.
- Тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү буйынса бик күп китаптар өҫтөндә эшләйбеҙ. Ошоға тиклем 15 ауылдың китабын яҙганбыҙ. Был эш киләсәктә лә дауам итәсәк, - ти ул.
Миҙхәт ағай "Йәшлек" гәзитенең бик йөкмәткеле баҫма булыуын, уны ейәнсуралар бик яратып уҡыуын да белдерҙе.
Ейәнсура районының Этҡол ауылынан Ғәлиә Күсербаева ла алдағы йылға гәзиткә яҙылды. Осрашыуҙа яҙылғандарҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.