Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабрь 2025, 14:40

Әсә көнөндә әсәһен үлтергән!

39 йәшлек ҡәбәхәт үҙенә ғүмер бүләк иткән кешеһен 6-сы ҡаттан этеп төшөргән! Фажиғә тураһында сайтта ентеклерәк ⏬

Әсә көнөндә әсәһен үлтергән!Әсә көнөндә әсәһен үлтергән!
Әсә көнөндә әсәһен үлтергән!

Енәйәт 30 ноябрь кисендә Стәрлетамаҡта теркәлгән. Иҫерек фигурант менән уның 60 йәшлек әсәһе араһында низағ сыҡҡан. Улы аҙаҡ әсәһен 6-сы ҡат тәҙрәһенән төртөп төшөргән. Алынған тән йәрәхәттәренән ҡатын урында уҡ вафат булған. Башта ғәйепләнеүсе ашығыс ярҙам саҡыра һәм әсәһе үҙе ҡолап төштө тип әйтә. 
 
Тәфтишселәр ирҙең версияһын кире ҡаға һәм уның енәйәт ҡылыуҙа ҡатнашлығын асыҡлай. Йыйылған дәлилдәрҙең ауырлығы аҫтында ғәйепләнеүсе ҡылған ғәмәлен таный. 
 
Ир-атҡа РФ Енәйәт кодексының 105-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса ғәйепләү белдерелә. Уны һаҡ аҫтына алғандар. 
Тикшереү дауам итә.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас