Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ноябрь 2025, 10:15

Яугирҙар транспорт һалымын түләмәйәсәк

МХО-ла ҡатнашҡандар 2026 йылда түләргә тейешле 2025 йылғы транспорт һалымын түләмәйәсәк.

Яугирҙар транспорт һалымын түләмәйәсәк
Яугирҙар транспорт һалымын түләмәйәсәк

Был ҡанунды депутаттар Дәүләт йыйылышының 27-се ултырышында ҡараған. Ҡанун яугирҙарҙы мотоцикл, мотороллер, еңел һәм йөк автомобиле һәм үҙйөрөшлө техника һалымын түләүҙән ҡотҡара. Был хоҡуҡ яугирҙың ғаиләһенә һәм, әгәр никахта тормаһа, атаһы йә әсәһенә бирелә. Ташлама 2022 йылдан 2024 йылға тиклем ҡаралған булһа, әле уны тағы бер йылға оҙайттылар.

 Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор: Римма Аҡманова
Читайте нас