

Химия буйынса халыҡ — ара олимпиадаларҙа ике тапҡыр еңеүсе Вадим Харисов һәм уның тренерҙары-Республика инженер лицей-интернатының химия уҡытыусылары Айнур Ғүмәров һәм БР Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы рәйесе Тимур Маннанов Рәсәй Президенты премияһы лауреаттары булды.
Алтын миҙалдар өсөн премиялар бер миллион һум тәшкил итә. Еңеүселәрҙең остаздары 250 мең һум аласаҡ.
Башҡортостан вәкилдәрееә президент премияһы икенсегә бирелә. Мәҫәлән, 2023 йыл өсөн премияны шул уҡ составтағы команда алған ине.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Вадим Харисов, Сәғүд Ғәрәбстанында ICO халыҡ-ара олимпиадаһында Рәсәй исеменән сығыш яһап, алтын миҙал яуланы.