Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ноября 2025, 04:00

Иглин районында оло "пожар" ҡупҡан!

Төндә Турбаҫлы ауылының Үҙәк урамында янғын сыҡҡан. Ут кирбес гаражды, «Дэу Нексия» еңел автомобилен ялмап алған һәм ике фатирлы йортҡа хәүеф тыуҙырған.

Иглин районында оло "пожар" ҡупҡан!Иглин районында оло "пожар" ҡупҡан!
Иглин районында оло "пожар" ҡупҡан!

Утты һүндереүгә шунда уҡ бер нисә подразделениенан көстәр һәм саралар йүнәлтелгән. 3 автоцистерна һәм 12 янғын һүндереүсе ҡатнашҡан.

Ут менән көрәшеүселәрҙең оператив һәм яйға һалынған эше, шулай уҡ урындағы халыҡтың әүҙем ярҙамы арҡаһында ут таралыуы туҡтатыла. Иң мөһиме-ваҡиға һөҙөмтәһендә бер кем дә ҡазаланмаған.

Янғын һөҙөмтәһендә гараж, автомобиль һәм торлаҡ йорт стенаһының бер өлөшө зыян күргән. "ЧП" сәбәбе һәм матди зыян асыҡлана.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас