

Бындай турнир төбәктә икенсе тапҡыр уҙғарыла, был республикаға ышаныс тураһында һөйләй, тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
"Турнир Рәсәй боксының 130 йыллығы һәм башҡорт боксының 105 йыллығы үткәрелгән мәлдә уҙғарылыуы айырыуса символик. Бөгөн был төбәктәге иң киң таралған спорт төрҙәренең береһе, туғыҙ меңдән ашыу кеше профессиональ рәүештә шөғөлләнә», — тип һөйләне ул.
Чемпионатты үткәреү өсөн майҙансыҡ булып Көрәш һарайы тора. Ул, кабмин башлығы һүҙҙәренсә, турнир өсөн бик яҡшы арена булып тора, сөнки унда бөтә шарттар ҙа булдырылған.