

Ракета фюзеляжы балалар һүрәттәре менән биҙәлгән булған. Унда бесәй, сәскәләр һәм «Мир. Счастье. Добро. Любовь» яҙыуын күрергә мөмкин.
Фонд координаторы Елена Чиркова һөйләүенсә, балалар бик тулҡынланған һәм шатлыҡ күҙ йәштәрен тыя алмаған. Старт ваҡытында улар үҙҙәренең иң изге теләктәрен әйткән.
"Шатлыҡтан илайым", — тип уртаҡлашты ҡатнашыусыларҙың береһе Алиса.
Ракета Халыҡ-ара йыһан станцияһы менән уңышлы тоташҡан.