

Ул махсус хәрби операцияға юлланыр алдынан Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының 95-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу часының янғын һүндереүсеһе булып эшләгән, әле Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендә хеҙмәт итә.
Баш ҡалабыҙҙан «Борз» ҡушаматлы яугирҙың әйтеүенсә, ул взводта иң йәше һәм бик тиҙ тәжрибә туплай. Ул яугирҙарҙың һорауы буйынса йыйылған адреслы ярҙамды һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы ла махсус хәрби операцияһы биләмәһенә алып барасаҡ.
Махсус хәрби операция биләмәһенә ҡабат юлланыр алдынан уның хеҙмәттәштәре матур теләктәр теләп оҙатып ҡалды. Яугирҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.
Фото: Т. АМАНОВ.