Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь 2025, 06:05

Башҡортостанда ҡар яуасаҡ һәм һыуыҡ буласаҡ

Синоптиктар ял көндәрендә һауа торошоноң ҡыҡа үҙгәреүен күҙаллай.

Башҡортостанда ҡар яуасаҡ һәм һыуыҡ буласаҡБашҡортостанда ҡар яуасаҡ һәм һыуыҡ буласаҡ
Башҡортостанда ҡар яуасаҡ һәм һыуыҡ буласаҡ

Төбәктең гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәте буйынса, йомаға ҡарай төндә термометр бағанаһы -1...-6 градус күрһәтәсәк, аяҙытҡанда -7 ...-12 градусҡаса һыуыта. Көндөҙ -1 көтөлә...+4 градус.

Иртәгә, 22 ноябрҙә, һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә. Ямғыр, епшек ҡар яуасаҡ. Төндә һәм иртән юлдарҙа урыны менән боҙлауыҡ. Тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырасаҡ. Һауа температураһы төндә -10, көндөҙ +2 ...+7 градус.

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас