

Был сара БР Фәндәр академияһының академигы Зиннур Ураҡсин һәм Марат Зәйнуллиндың 90 йыллыҡ, БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Фирҙәүес Хисамитдинованың 75 йыллыҡ юбилейына арналды. Фәнни дискуссия үҙ эсенә киң күләмле актуаль һорауҙарҙы алды: юбилярҙарҙың төрки тел ғилемендәге фәнни мираҫы, төрки тел ғилемендәге проблемалар, тарих һәм мәҙәниәт, телдәрҙе сағыштырма-тарихи өйрәнеү, мәғариф өлкәһендәге цифрлаштырыу. Конференция эшендә Рәсәйҙән, сит илдән ғалимдар, юғары мәктәп уҡытыусылары һәм аспиранттар сығыш яһаны. Шулай уҡ был сарала фәндең өс алтын ҡаҙығы - Зиннур Ураҡсин, Марат Зәйнуллин һәм Фирҙәүес Хисамитдинованың уҡыусылары, аспиранттары, докторанттары һәм вариҫтары ҡатнашты.
Фото: авторҙан һәм асыҡ сығанаҡтан.