Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ноябрь 2025, 10:36

Тайғаҡ булыуы көтөлә

Көн торошоноң боҙолоуы сәбәпле Өфө мэры Ратмир Мәүлиев халыҡҡа мөрәжәғәт итте.

Тайғаҡ булыуы көтөләТайғаҡ булыуы көтөлә
Тайғаҡ булыуы көтөлә

- Ҡәҙерле дуҫтар, бөгөн беҙҙә һауа торошо ошолай. Ҡыш яҡын. Килә. Резинаны алмаштырмағандарға ашығыс рәүештә быны эшләргә кәңәш итәм. Төндә көн торошо минусҡа төшә, шуға күрә хәрәкәт ҡыйынлаша. Барығыҙҙан да хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүегеҙҙе һорайым, - тип мөрәжәғәт итте ул баш ҡалала йәшәүселәргә.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе, 17 ноябрҙә, яуым-төшөм көтөлмәй. Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Төндә -2, -7°, аяҙытҡанда -12° тиклем, көндөҙ - -2,+3°.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас