

Сараны Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ойошторҙо.
- Хәҙерге сәнәғәтте үҫтереү бизнес‑берләшмә, ғилми сектор һәм дәүләт власы органдары араһындағы кооперация нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Республикаһы сәнәғәт үҫешенең тотороҡло экосистемаһын формалаштырып, сәнәғәт майҙансыҡтарының һөҙөмтәле интеграцияһын күрһәтә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Валерий Ғәлиев.