Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2025, 06:44

"Ата-әсәйебеҙ булһа ине"

Өс бер туғанға ярҙам итергә теләһәгеҙ, ошо яҙманы күберәк таратығыҙ.

"Ата-әсәйебеҙ булһа ине""Ата-әсәйебеҙ булһа ине"
"Ата-әсәйебеҙ булһа ине"

Романға 2 йәш, бик алсаҡ,аралашырға яратҡан бала. Өлкәндәр, балалар менән аралашырға, төрлө уйындар уйнарға ярата. Машиналарҙы үҙ итә, коструктор төҙөй, төҫтәрҙе, геометрик фигураларҙы айыра. Яйлап һөйләшергә өйрәнә.

Янаға 7 йәш, бик алсаҡ, иғтибарлы ҡыҙ. Тиҫтерҙәре менән уртаҡ тел таба, башҡаларҙы тыңлай белә. Бик ижади бала, һүрәт төшөрөргә, өҫтәл уйындары уйнарға ярата.

Дианаға 10 йәш, бик тыныс, апай булараҡ, ҡусты-һеңлеһенә ышаныслы терәк-таяныс та. Уларға уйындар ҙа ойоштора. Ул һүрәт төшөрөргә ярата, ҡустыһы-һеңлеһе менән үткәргән ваҡыттың ҡәҙерен белә. Балаларҙы алырға теләүселәр ошо номер буйынса 8 (347) 218 03 62 мөрәжәғәт итә ала.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас