Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноября 2025, 12:21

Башҡортостанда креатив индустриялар мәктәптәренең Бөтә Рәсәй съезы үтә

Баш ҡалабыҙҙа креатив индустриялар мәктәптәренең III Бөтә Рәсәй съезы бара. Ул креатив мәктәп етәкселәрен һәм уҡытыусыларҙы, эксперттарҙы берләштерә, Рәсәйҙең 52 төбәгенән 174 белгес ҡатнаша. Тәжрибә уртаҡлашыу, креатив индустриялар мәктәптәрен үҫтереү маҡсатында ойошторолған мәртәбәле сара Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында  тәүге тапҡыр Мәскәүҙән ситтә ойошторола. Съездың республикабыҙҙа  уҙғарылыуы бер ҙә осраҡлы түгел, Башҡортостанда ла был өлкәне үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә.

Башҡортостанда креатив индустриялар мәктәптәренең Бөтә Рәсәй съезы үтәБашҡортостанда креатив индустриялар мәктәптәренең Бөтә Рәсәй съезы үтә
Башҡортостанда креатив индустриялар мәктәптәренең Бөтә Рәсәй съезы үтә

Съездың пленар өлөшө донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә үтте. Ул «Проект эшмәкәрлеге – креатив индустрия мәктәптәрендә белем биреүҙең нигеҙе» тигән темаға арналды.

Уны Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова видеобәйләнеш аша асып, унда ҡатнашыусыларға уңышлы эш теләне.

– Республика Башлығы Радий Хәбиров  креатив индустрияларҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Беҙҙә Креатив индустриялар көнө бар, Башҡортостан Башлығы ҡарамағында креатив индустриялар буйынса Совет булдырылды. Тағы ла «Креатив индустриялар сәғәте»л үткәрелә, ай һайын тиерлек республика Башлығы кабинетында йәки ижади майҙансыҡтарҙа йыйылып, ижади индустриялар буйынса ҡыҙыҡлы йүнәлештәр тикшерелә. Төрлө тармаҡтарҙа ижади индустрияларға булышлыҡ итеү буйынса Башлыҡ гранттары бар, – тип билдәләне үҙенең сығышында  Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.

Рәсәй мәҙәниәт министрлығының мәҙәни стратегиялар һәм проект идаралығы үҙәгенең генераль директоры Мария Гуськова ойоштороусыларға рәхмәт белдереп, съезд Башҡортостандың үҙ  тәжрибәһе менән танышыу мөмкинлеге биреүен, унда өс креатив индустрия мәктәбе уңышлы эшләүен, үҫешкән анимация кластеры, белем биреү кампусы һәм бай тарихи-мәҙәни мираҫы булыуын билдәләне. Ул үҙенең сығышы буйынса бик күп һандар һәм мәғлүмәттәр килтерҙе. Эксперт һүҙҙәренсә, креатив индустрия мәктәптәрен булдырыу буйынса эште Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы Роскультпроект һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәре менән берлектә 2022 йылдан алып алып барыла. Йылдан-йыл мәктәптәр һаны арта бара. Бөгөн Рәсәйҙең 65 төбәгендә 113 креатив индустрия мәктәбе эшләй, уларҙа 16 меңдән ашыу бала белем ала.

Быйыл тәүге мәктәптәр Төньяҡ Осетия – Алания Республикаһы, Свердловск, Тамбов, Силәбе, Ҡурған өлкәләре кеүек субъекттарҙа барлыҡҡа киләсәк, йыл аҙағына тиклем тағы ла биш креатив индустрия мәктәбе асылыуы көтөлә. Ә йыл йомғаҡтары буйынса Волга буйы федераль округы беренсе урында, унда 27 креатив индустрия мәктәбе эшләй.

Мәскәү идара итеү мәктәбенең креатив индустриялар лабораторияһының белем биреү йүнәлеше етәксеһе Валентина Ильина, Улан-Удэ ҡалаһында креатив индустриялар мәктәбе етәксеһе Эльвира Доржиева ла үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Съездың пленар өлөшөндәге һәр сығыш бик фәһемле булды.

Съезда ҡатнашыусылар республикабыҙҙағы анимацион студиялар эшмәкәрлеге менән дә танышты. Улар хаҡында «Муха» анимацион студияһының директоры Артур Абдрахманов, Әмир Абдразаков исемендәге «Башҡортостан» киностудия директоры Юнир Әминев, Өфө сәнғәт училищеһының анимацион студия етәксеһе Ольга Мамбетова һөйләне. Донъяға танылған «Ay Yola» төркөмөнөң солисы Ринат Рамаҙанов онлайн сәләмләп, үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән таныштырҙы. Ә сараның икенсе өлөшөндә креатив индустриялар мәктәптәре иң яҡшы эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

Съездың икенсе көнөндә лә бай программа ҡаралған. Съезда ҡатнашыусылар һанлы белемен дә арттырасаҡ, проект эшмәкәрлегендә яһалма зиһенде ҡулланырға ла өйрәнәсәк.

Ә кисен съезды ябыу тантанаһы көтөлә. Унда ике көн барған мәртәле сара эшенә йомғаҡ яһаласаҡ, креатив проекттары буйынса «Ваҡыт хроникаһы» Бөтә Рәсәй конкурсының еңеүселәре бүләкләнәсәк, республикабыҙҙың ижади коллективтары сығыштар ҙа әҙерләгән.

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас