Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноября 2025, 13:05

"Ауыр ваҡытта бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ"

Мәсетле районынан “Физрук” ҡушаматлы яугир элек Оло Ыҡтамаҡ лицейында физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән. Ул былтыр үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла юлланған.

"Ауыр ваҡытта бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ""Ауыр ваҡытта бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ"
"Ауыр ваҡытта бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ"

Бөгөн ул Харьков йүнәлешендә хеҙмәт итә. Яугир “Хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн”, “Хәрби батырлыҡ” миҙалдары менән дә бүләкләнгән. "Физрук" хәстәрләп гуманитар ярҙам ебәргән яҡташтарына, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына, "Ышаныслы тыл" хәрби ойошмаһына, ағинәйҙәргә, Мәсетле районы хакимиәтенә бик рәхмәтле. Уларҙың ротаһында яҡташтары ла хеҙмәт итә. Яҡташтары менән бергә иңгә- иң терәп алышабыҙ, ауыр ваҡытта бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, ти яугир.

Донъялар тынысланып, уның һәм махсус хәрби операцияла йөрөгән барлыҡ яугирҙарҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас