

Улар йылы кейем тегә, ойоҡбаштар бәйләй, окоптарға яҡтылыҡ һәм йылылыҡ биреүсе блиндаж шәмдәре яһай һәм һалдаттарҙы дошман күҙҙәренән йәшергән маскировка селтәрҙәре лә үрә.
– Күптән түгел Оло Оҡа ауылы оҫталары «Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ» хәйриә хәрәкәтенә ҡушылды. Улар яугирҙарға ун йылы толстовка тегеп бирҙе.
«Беҙҙең кейемдәр һалдаттарҙы һалҡын көндәрҙә һәм төндәрҙә йылытһын, ә Аллаһы Тәғәлә яугирҙарыбыҙҙа бәлә-ҡазанан һаҡлаһын», – ти улар, – тип хәбәр итә Мәсетле районының башҡорттары ҡоролтайы.
Донъялар тиҙерәк тынысланып, яугирҙарға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын.
Фото: Т. АМАНОВ.