

Муниципалитеттар мәғлүмәте буйынса, муниципаль бюджет учреждениелары, идара итеүсе һәм хеҙмәтләндереүсе компаниялар һәм башҡа коммерция ойошмаларында 3 мең 300 берәмек (3387) коммуналь техника бар. Ҡышҡы осорҙа юлды, ихаталарҙы, урындағы әһәмиәтле юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы таҙартыу өсөн 2937 берәмек техника йәлеп ителәсәк.
Шуларҙың 2719 берәмеге көҙгө-ҡышҡы осорға әҙер: муниципаль предприятиелар көсө менән – 1417 берәмек техника,, коммерция ойошмалары көсө менән – 980 берәмек техника (ДРСУ һәм башҡа ойошмалар), шулай уҡ идара итеүсе компаниялар көсө менән 322 берәмек техника әҙерләнгән һәм 218 берәмек техника әле әҙерләнә.
3387 берәмек техниканың 780 берәмеге Башҡортостан һәм муниципаль берәмектәр ҡаҙнаһы иҫәбенә һатып алынған, шул иҫәптән Башҡортостан ҡаҙнаһы иҫәбенә – 608 берәмек техника, муниципаль берәмектәр ҡаҙнаһы иҫәбенә –172 берәмек техника.
Шулай итеп, бөгөнгө коммуналь техниканың ҡышҡа уртаса әҙерлеге 93 процент тәшкил итә. Әлеге ваҡытҡа эшсе төркөмдәр 32 муниципаль берәмектә техник тикшереү үткәреүҙе тамамлаған. Техник әҙерлек Белорет районында (52%), Миәкә районында (56%), Яңауыл районында (62%) Федоровка районында (75%) түбән булыуы билдәләнгән.
Фото: Т. АМАНОВ.