Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ноября 2025, 09:54

Быйыл 850 инвалид эшкә урынлаштырылған

Быйылғы Башҡортостандағы күрһәткем уртаса Рәсәй күрһәткесенән түбәнерәк. Республика Башлығы Радий Хәбиров инвалидтар һанын арттырыу буйынса өҫтәмә саралар күрергә ҡушты. Быйыл төбәгебеҙҙә 850 кешегә эш табырға ярҙам ителгән, ә былтыр 1739 кеше эшкә урынлаштырылған.

Быйыл 850 инвалид эшкә урынлаштырылғанБыйыл 850 инвалид эшкә урынлаштырылған
Быйыл 850 инвалид эшкә урынлаштырылған

Республикабыҙҙа 95 меңдән ашыу һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән кеше булһа, шуларҙың 25 меңдән ашыуы эшләй. Улар бөгөн төбәктең 9,6 мең предприятие һәм ойошмаһында хеҙмәт итә. 3-сө төркөм инвалидтары 128 мең самаһы, улар эшкә урынлаша ала.

– Инвалидтарҙы эш менән тәьмин итеү буйынса лидер төбәктәрҙә (Санкт-Петербург, Ленинград һәм Белгород өлкәләре) 3-сө төркөм инвалид граждандарҙың 50 проценттан ашыуы эшләй. Беҙҙә 3-сө төркөм менән 46 мең инвалидтың 40 проценты ғына эшләй», — тип билдәләне министр.

Республикабыҙҙа уларҙы  эшкә урынлаштырыу өсөн ярҙам саралары күп,  шул иҫәптән эш урындарына квоталар биреү, эш биреүселәрҙе ҡабул итеү өсөн дәртләндереү, «Кадрҙар» милли проекты буйынса эш урындарын йыһазландырыу.

Инвалид граждандарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – ул власть органдарының да, эш биреүселәрҙең дә комплекслы бурысы, тип үҙ позицияһын билдәләне Радий Хәбиров. Республика Башлығы Хөкүмәткә эшкә яраҡлы йәштәге эшләүсе инвалидтар һанын арттырыу буйынса ҡарарҙар әҙерләргә ҡушты.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас